top of page

                                               

   Мин дә бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялландым.  Күҙ алдымда һәр көн ҡабаланып мәктәпкә барыу, унда саф бала күҙҙәре менән осрашыу ине.

   Хыялым тормошҡа ашты: мин-уҡытыусы. Мине көн дә парта артында ҡаршы алыусы уҡыусыларым бар. Улар бит - беҙҙең киләсәк. Уҡытыусы кешегә бик мөһим мәсьәлә йөкмәтелгән: ул киләсәкте тәрбиәләй. Уҡытыусы булып эшләй башлағас ҡына, минең яҙмышым илем, телем, халҡым яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡанын аңланым.Тимәк, мин үҙем өсөн генә түгел, ә илем, телем, халҡым яҙмышына, уның киләсәгенә яуаплымын. Йылдар үткәс кенә уҡытыусы һөнәренең ниндәй көскә эйә булыуын аңланым. Мин – уҡытыусы, белем нурҙарын балаларға өләшеүсе изге йән эйәһе.

    Мине ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға ниндәй көс этәрҙе һуң?

    Ағиҙел  һыуында балыҡтай йөҙөп, урмандарында еләк-емеш йыйып, хуш еҫле аллы-гөллө сәскәләренә һоҡланып,ҡолонсаҡтай уйнап үҫкән  Бөрйән  ҡыҙымын. Уйҙарым мине һәр саҡ бала сағыма,   мәктәбемә алып ҡайта. Әсә теленә һөйөү уятҡан, күңелемә иман нурын һалған һәм унда изге фәрештә булып урын алған ҡәҙерле кешеләрем: әсәйем һәм атайым. Улар минең бала күңелемә изгелек, кешелеклелек нурҙары, зирәклек, телһөйәрлек, илһөйәрлек орлоҡтары сәсте.   Апайҙарымдың да уҡытыусы булыуҙары уҡытыусы һөнәрен һайлауға ҙур этәргес булғандыр,уларға барһам , дәфтәр тикшергәнен  күҙәтеп торам һәм уларҙың урынында хис итәм. Урамда балалар менән дәрес уйнайбыҙ, әммә мин уҡыусы роленда, сөнки  араларында иң бәләкәйе. Ә  күңелемдә  уҡытыусы булам тигән уй йәшәй. Бала саҡтан йырларға, бейергә  яраттым. Мәктәпкә барғас,бейеү, фольклор түңәрәктәренә  ихлас йөрөнөм. Район, республика кимәлендә  сығыштарҙа  ҡатнаштым. Ошо мәктәп йылдарында алған белем, тәрбиә киләсәк тормошома ҙур йоғонто яһаны. Халыҡ йырҙары, бейеү, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеү, миңә уҡытыусы эшендә ярҙам итте.

  Мин юғары белемле белгес !Мин –уҡытыусы! Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты. Беренсе дәрестәр… Тәүге үҙ аллы дәресемде айырыуса тулҡынланып көттөм. Минең күҙҙәремә  көн һайын ышанып, өмөт менән тиҫтәләгән бала төбәлә. Ниндәй генә һорауҙар бирмәй улар? Бер һорауҙы ла яуапһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышам. Шуға ла мин – мәңгелек уҡыусы ла. Ысын уҡытыусы үҙен теләһә ниндәй имтиханға әҙер уҡыусы,   итеп тойорға тейештер.

    Бөйөк педагог К.Д.Ушинскийҙың һүҙҙәрен иҫемә төшөрәм: “Әгәр ҙә һөнәрегеҙҙе дөрөҫ итеп һайлаһағыҙ һәм эшегеҙгә күңелегеҙҙе биреп башҡарһағыҙ, бәхет һеҙҙе үҙе эҙләп табыр”. Бәхет мине лә эҙләп тапты, күрәһең. Бигерәк тә әлеге ҡатмарлы заманда, күпселек атай –әсәйҙәрҙең балаһына ваҡыты етмәгән саҡта, уҡыусыларыңа кәңәшсе, серҙәш, таяныс була алһаң, кәрәк сағында дөрөҫ юл күрһәтеп, хаталарҙан һаҡлаһаң, шунан да ҙур бәхет юҡтыр ул уҡытыусыға.

    Боронғолар:"Йөрәктән сыҡҡан – йөрәккә етә",- тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем, яратҡан эшем миңә ҡанат ҡуя, дәрт өҫтәй. Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам. Уҡытыусы – ул иң мәрхәмәтле һөнәр. Мин уҡытыусы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Әгәр ҙә, уҡыусыларым тормошта үҙ урындарын табып, бәхетле тормош ҡорһалар, мин дә бәхетле буласаҡмын.

Эссе "Мин - уҡытыусы"

DSC_0427.JPG

     Уҡытыусы!.. Ниндәй тәрән мәғәнә,  йылылыҡ,сабырлыҡ,  ихласлыҡ       һәм  башҡа һанап бөткөһөҙ сифаттар бөркөлә унан.

Уҡытыусы- балалар күңеленә белем орлоҡтары сәсеүсе,  тормош             тигән оло диңгеҙҙә, һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан,  дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе ул! Ниндәй генә юғары дәрәжә биләгән кеше булмаһын, уҡытыусы аша кеше була, бейеклектәргә үрләй һәм бөйөккә әйләнә. Заман үҫешкән һайын, яңынан-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Әммә шулар араһында барыбер уҡытыусы һәр саҡ иң юғары баҫҡысты биләй.

bottom of page