top of page

Литературно –творческий конкурс “Ашҡаҙар тулҡындары”

Муллагулова А.Р

Гөлдәр үҫтерәм

 

Гөлдәр үҫтерәм күңелемдә

Улар сәскә атһындар.

Эске күңелемде биҙәп,

Хуш еҫ бөркөп аңҡыһындар.

 

Гөрләп сәскә атҡан гөлөм

Наҙлы һүҙ булып сығыр.

Яман һүҙ миңә әйтһәләр,

Әрнеп,әсенеп һулыр.

 

Һәр кешенең күңелендә

Үҫергә тейеш гөлдәр.

Тышҡы матурлыҡтан мөһим,

Эске матурлыҡ тиҙәр.

 

Шуның өсөн ауыр һүҙҙәр

Әйтмәгеҙ кешеләргә.

 Эске матурлыҡ юғала,

Гөлдәр һулып бөткәндә.

                       Рәхмәт.

Әсәй миңә гел өйрәтә:

“Яҡшылып эшләп өйрән.

Ололарҙың рәхмәттәре

Була ысын күңелдән.

Тик изгелек кенә эшлә

Бар күңелеңде һалып,

Эшләгән изгелектәрең

Һис ҡалмаҫ ерҙә ятып.”

Өйөмдө гел йыйыштырам,

Гөлдәремә һыу ҡоям.

Улар миңә рәхмәт әйтеп,

Сәскә ата яңынан.

Быҙауыма бесән һалдым

Яңы ғына сабылған.

Барып килдем һыуға   йүгереп,

Быҙауым ныҡ һыуһаған.

Быҙауым һыуын эсте лә

Миңә эзелдәп ҡуйҙы.

Әйтерһең, быҙау ҙа миңә

Рәхмәт әйтергә булды.

Өләсәйем килә ҡайтып,

Алыҫтағы  баҙарҙан.

Тауҙы саҡ-саҡ менеп килә,

Тотоп  ауыр сумкалар,

Ҡаршыһына йүгерҙем мин,

Өләсәйем һөйөнә.

Сумкаларын  күтәрҙем дә

Алып ҡайттым өйөнә.

“Рәхмәт яуғыры,-”тиеп,

Өләсәйем шатланды.

Ҡояш кеүек йылмайҙы ла

Ҡосағына  ул алды.

Изгелектәр эшләһәң,

Күңелгә ниндәй рәхәт.

Ошо изге эшең өсөн

Һиңә әйтәләр рәхмәт.

                Ямғыр .

Бер көн шулай ямғыр яуҙы,

Иләктән  ҡойған кеүек.

Ултырып та булмай түҙеп,

Ямғыр яуғанда ҡойоп.

Бер туҡтауһыҙ был ямғыры

Ҡоя ла ҡоя.

“Инде ерҙе туйҙырҙың

Туҡтарға йула.”

Минең әйткән һүҙҙәремде

Ишетеп көйгән төҫлө.

Асыуланып, йәшене лә

Зәңгәр һауаны тиште.

Ҡурҡышымдан тәҙрәләрҙең

Ҡорғандарын мин яптым.

Тиҙ генә юрғанымдың

Аҫтына инеп яттым.

Кискә тиклем был ямғыры

Ҡойҙо ла ҡойҙо.

“йоҡларға килгәндер бөгөн,-”

Тип әсәй әйтеп ҡуйҙы.

Бөрйәнемә  мәдхиә.

Һай Бөрйәнем, Бөрйәнем!

Атайсалым, төйәгем!

Һиңә әйтер һүҙем  бар,

Һине маҡтар йырым бар.

Йәмле һинең тәбиғәтең,

Ҡуйы һинең урманың,

Быуаттар тарихын һөйләй

Шүлгәнең, Атайсалың.

Ә тауҙарың һинең мәғрүр,

Күктәргә тейеп тора,

Баш осонда һандуғастар

Өҙөлөп  һайрап тора.

Урманың тулы йәнлектәр-

Бүре,ҡуян,алйырҙан.

Элек-электән Бөрйәнем

Йәнлектәргә бай булған.

Урманыңда ағастар

Оя булған ҡоштарға.

Ә ҡоштарың бары  ла

Дан йырлаған Бөрйәнгә.

Урманыңдан  бал ҡорттары

Бал йыйыуға бик сәмле.

Шуға Бөрйәнемдең балы

Шифалы,ҡуйы.тәмле.

Ҡорттарың йыйған балың

Дауа  булыр мең сиргә.

Шүгәнташ мәмерйәһе-

Мөғжизәләр урыны.

Ошо мөғжизәне күреү-

күп кешенең хыялы.

Ә ҡыҙҙарың һинең уңған,

Гүзәл, нескә билдәре.

Ҡара сәсле, ҡара ҡашлы

Ысын башҡорт ҡыҙҙары.

Егеттәрең сал бөркөттәй,

Көслө,батыр үҙҙәре.

Салауаттай миһырбанлы

Бөрйәндең егеттәре.

Халҡың һинең киң күңелле

Тәрән Ағиҙелеңдәй.

Эшсән,яғымлы, егәрле,

Йыр-моңға бай үҙҙәре.

Һиндә байлыҡ, бар матурлыҡ,

Эшсән халыҡ тупланған.

Ете мөғжизәне күреп,

Күпме халыҡ һоҡланған.

Тыуған ерем-Бөрйәнем,

Һин бит минең бер генәм!

Тыуып үҫкән илгенәм,

Мөғжизәле ергенәм!

            Туған телем.

 

Башҡорттеле-минең туған телем!

Шул тел менән тыуып үҫкәнмен.

Ошо телдә һөйләп йәшәйем мин,

Ошо телде яҡлап йәшәрмен.

Һәр кешенең була тыуған ере,

Һәр кешенең була үҙ теле.

Башҡорт була, урыҫ теле була,

Һәр кемгә үҙ теле ҡәҙерле.

Бирғәнова Г.М.(8 кл)

   Яҡшылыҡ менән яманлыҡ.

Кешегә  ярҙам итһәң 
Тиҙ генә онотола. 

Ярҙам итмәй,тура үтһәң,
Мәңге хәтерҙә ҡала. 


Ниңә улай ҡоролған донъя? 
Яуызлыҡ бит гел алда. 
Алдашыу менән яманлыҡ 
Һәр саҡ кеше уйында. 


Яуызлыҡ менән изгелек

Һәр ваҡыт ҡапма-ҡаршы.

Күпме генә көрәшһә лә

Еңәсәк гел изгелек.

                   Тормош. 

Тормош- ул һынау 
Уны ауыр үтергә. 
Әммә ныҡыштар ғына 
Ошо һынауҙы үтә

Һынауҙар төрлө  була 
Аптырама уларға. 


“Уф,ялҡытты был тормош,”- тип 
 Бер ҡасанда уйлама. 

Бер ҡасанда сәбәп бирмә 
Һинән дошманыңа  көлөргә 

“Эй,мәсхәрә,еңелде,”- тип 
Уйламаһын бер кемдә.

Үҫемлектәр  кеше  кеүек.

 
Үҫемлектәр кеше кеүек 
Йәшәү өсөн тырыша. 
Ауырлыҡтарға ҡарамай 
Улар үҫеп маташа. 


Ҡырау төшһә, бахыр улар 
 Әҙерәк һулып  төшә. 
 Ҡайһылары   шиңеп үлә, 
 Ҡайһылары   терелә .

 

Кешеләр ҙә шул уҡ була 
Ҡыйын саҡта түҙмәйҙәр. 
Тормош биргән һынауҙарҙы 
Улар үтеп  бөтмәйҙәр. 

Тормош  еңел тип әйтмәйем 
Тырышып йәшәр кәрәк. 
Уның өсөн бары тик 
 Түҙемле булһын  йөрәк.

текст.jpg
bottom of page