top of page
Поиск
  • lnurutkulova

Осрашыу кисәһе

Иҫке Собханғол урта мәктәбе ошо уҡыу йортон 1959,1969, 1979, 1989, 1999, 2009 йылдарҙа тамамлаған, ул ваҡыттарҙағы егеттәрен һәм ҡыҙҙарын, уларға уҡыу һабаҡтарын, тормош һәм йәшәү серҙәрен өйрәтеүсе уҡытыусыларын, изге традицияларҙың береһе - осрашыу кисәһенә йыйҙы.


Байрамға республикабыҙҙың район-ҡалаларынан, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән мәктәпте 60, 50, 40, 30, 20, 10 йыл элек тамамлаған 160-тан ашыу уҡыусыһы килде. 4 ҡатлы бина буйлап экскурсияла йөрөп, кластарҙа иҫтәлеккә фотоларға төшөп, байрамса биҙәлгән залға, байрамдың төп өлөшөнә йүнәлде ҡунаҡтар.

Өлгөлө “Осҡон” бейеү ансамбленең ”Мираҫ” исемле дәртле бейеүе менән осрашыу кисәһе башланып китте. Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләү һәм ҡотлау өсөн һүҙ Бөрйән районы хакимиәте башлығы Шәрипов Рөстәм Динислам улына бирелде. Рөстәм Динислам улы мәктәпте тамамлап, ил кимәлендә йөрөгән бөтә шәхестәр, элекке һәм хәҙерге уҡытыусылар хаҡында йылы һүҙҙәр әйтеп, изге теләктәрен еткерҙе. Артабан һүҙ Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Әбдрәхимов Әхәт Әбдрәхим улына бирелде. Әхәт Әбдрәхим улы ҡунаҡтарҙы мәктәп тарихы менән таныштырҙы, барлыҡ уҡытыусыларға һәм сығарылыш уҡыусыларына изге теләктәрен еткерҙе, данлыҡлы шәхестәребеҙ тураһында йылы һүҙҙәр әйтте. Лилиә Таһир ҡыҙы менән Ильяс Зиннур улы алып барыу менән бергә мәктәптең үткәне, бөгөнгөһө тураһында мәғлүммәттәр биреп, аралаштырып барҙылар.

Мәктәпте 60 йыл элек тамамлаусылар сәхнә түренә тәүгеләрҙән булып саҡырылды. Үҙе лә һуңынан ошо уҡ мәктәптә ғүмер буйы тарих фәнен уҡытҡан Роза Әнүәр ҡыҙы 1959 йылғы сығарылыш уҡыусылары, уҡытҡан уҡытыусылары, ҡыңғыраулы мәктәп йылдары хаҡында һөйләне, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 1969, 1979 йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары үҙҙәренең дәрт-дарманы менән дә, сәхнә тултырып баҫып тороуҙары менән дә күңедәргә хуш килделәр. Үҙҙәренән музыкаль сәләм дә, таныштырыу өсөн сәхнәләштереү ҙә әҙерләгәндәр дәртле уҡыусылар. Был йылдарҙа эшләгән абруйлы уҡытыусыларҙы ла, мәктәп директорҙары Сәғитов Зәки Ғилман улына Ишбаев Иҙрис Сәхи улына, башҡа уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр, хатта мәҙхиә лә уҡып үттеләр. 1989, 1999, 2009 йылғы сығарылыш уҡыусылары ла һынатманы. Ашҡынып, һағынып, дәртләнеп килгәндәре, әле йәшлек дәрте балҡып торған йөҙҙәренән дә, теләктәренән дә, хатта уҡытҡан һәр бер уҡытыусыларына, мәктәпкә ихлас күңелдән биргән матур бүләктәренән дә күренеп торҙо!

Сығыштар дәртле “Баласаҡ” йыры, “Донъя матур”, “Ҡарлуғас” дуэты, Каһарманов Ихсандың “Дәүер” йырҙары, өлгөлө “Осҡон” бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре менән аралаштырып барҙы.

Сығарылыш уҡыусылары ошо тантанаға йыйып, матур байрам ойошторған уҡыусыларға, барлыҡ уҡытыусыларға, мәктәп администрацияһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Байрам кисәһенән тағы ла 10 йылдан, 2029 йылдың 2 февралендә осрашырға һүҙ ҡуйышып хушлаштылар. Һәр кем байрамдан яҡшы кәйеф менән таралышты.

https://sssh.02edu.ru/school/news/for-parents/165817/

2 просмотра0 комментариев

Недавние посты

Смотреть все
bottom of page