top of page
Поиск
  • lnurutkulova

Халыҡтың иң изге, ҡиммәтле, илаһи хазинаһын ҙурлап

Сәйҙә Сәйәхова.

Әсәм теле миңә сәсән теле, унан башҡа минең халҡым юҡ, тигән Башҡортостаныбыҙҙың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов. Ошо юлдарҙан, ысынлап та, тел – һәр милләттең иң оло, бай рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән бер булмышы, ата- әсәһенең, олатай-өләсәһенең балаһына, ейән-ейәнсәренә иң ғәзиз бүләге, йәшәү, аралашыу рәүеше икәнлегенә тағы ла инанаһың.

Ушинскийҙың, тел кешене үҫтереү сараһы, тигәнен дә иҫтә сығарырға ярамай.

Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәребеҙ.

Бөйөк телсе ғалимыбыҙ Рафаэль Ғәйнетдин улы Аҙнағолов әйткәнсә, әсә теле – бишек йыры, әсәләрҙең үҙ балаларын күкрәгенә ҡыҫып яратыу, һөйөү, наҙлау теле; өләсәйҙәр һөйләгән риүәйәттәр, әкиәт – хикәйәттәр теле; бәйеттәр, ҡобайырҙар һәм героик эпостар теле; олатайҙар хикәйәләгән сал тарих, сәсәндәр ижад иткән мәҙхиәләр теле; кейәүгә оҙатылған йәш ҡыҙҙарҙың сеңләү теле, тыуған яғыбыҙҙағы сылтырап аҡҡан шишмәләр, яҙ көндәрендә шашып һайрашҡан ҡоштар моңо. Үҙ төйәгеңдәге һәр әйберҙең исемен, атамаһын, уның бик күп төрлө билдәләрен, эскән һыуыңдың, һулаған һауаңдың, әсәләрҙең күкрәк һөтөнөң һәм үҙ ереңдең икмәгенең тәмен әсә телендә тоя, әйтә белеү кешегә бирелгән иң ҙур бәхет ул.

Ошо матур, тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле олуғ шәхестәребеҙҙең әйткән һүҙҙәренә яуап иткәндәй, республикабыҙҙың “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, туған телебеҙҙе данлап, туған тел, милләт, ил яҙмышы, ере, халҡы менән ғорурланған быуын тәрбиәләү,йәмғиәтебеҙ ҙур үҙгәрештәр кисергәндә милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙеү, милләтте һаҡлау, баланы билдәле бер этностың вәкиле булараҡ шәхес итеп формалаштырыу, балалар күңелендә милли ғорурлыҡ тойғоһо уятыу,ижади яҡтан үҫешкән, әүҙем тормош позицияһы алып барыусы милләтебеҙ киләсәген төҙөү – тәрбиәле кеше, тәрбиәле быуын тәрбиәләү маҡсаты менән, Халыҡ-ара Туған тел көнө айҡанлы Бөрйән район мәғариф бүлеге тарафынан Иҫке Собханғол мәктәбенең ҙур залында район кимәлендә "Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр" исемле бик матур конкурс үткәрелде. Байрам үтәсәк зал башҡорт рухы менән һуғарылған биҙәлеш менән күңелдәрҙе арбаны: төрлө төҫтәге сәскә шарҙар, сәхнәлә үҙ йәмендәге ҡурай тажы, ҡурай моңо ағыла. Залға милли кейемдәрҙәге конкурсанттар, улар менән бергә балаһы яҙмышына битараф булмаған әүҙем ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың, китапханасыларҙың күпләп ағылыуы был сараның мәртәбәлелеге тураһында һөйләй ине. Шағир-яҙыусыларыбыҙ Рәми Ғариповтың, Зәйнәб Биишеваның, Баязит Бикбайҙың, Рауил Бикбаевтың һәм башҡа бик күп әҙиптәребеҙҙең туған телебеҙҙе данлап, уның бөйөклөгөн билдәләгән шиғырҙары яңғырай.

Конкурсанттарҙың күңеленә ярыш осҡоно һибеп, сара үткән мәктәптең “Осҡон” өлгөлө бейеү ансамбле ҡыҙҙары сығыш яһаны. Шунан һуң был һоҡланғыс сәмле сарала районыбыҙ мәктәптәренән иле,теле өсөн йөрәген бирергә әҙер тороусы бай күңелле, киң ҡарашлы, рухлы 19 илһөйәр, телһөйәр,эшһөйәр уҡыусыларыбыҙ үҙ-ара сәсәнлектә, зирәклектә, белемлелектә, рухлылыҡта, тырышлыҡта, күңел матурлығында көс һынашырға сәхнә түренә күтәрелде. Баһалама ағзалары, иҫәпләү комиссияһы үҙ урындарын алған. Тәүге турҙа үҙҙәре һәм тыуған мәктәптәре тураһындағы презентацияларын күрһәтеп, таныштырып- сәләмләп 5-се класс уҡыусылары Яуымбай мәктәбенән әленән үк киләсәктә хирург булырға хыял иткән Илсур Хәйбуллин, Ҡолғана мәктәбенән Гөлмира Вәлиева,Байназар мәктәбенән Азамат Ҡарағолов, Брәтәк мәктәбенән Айгөл Йәғәфәрова, 6-сы класс уҡыусылары Мәһәҙей мәктәбенән Эльвина Асылбаева, Яңы Мөсәт мәктәбенән Ҡәҙриә Ишкинина, Аҫҡарҙан Данил Ғәлиуллин, Ғәлиәкбәрҙән Юлиә Бикбаева, Яңы Собханғол мәктәбенән Элиза Йортбағышева, 7-селәр Әтектән Зөбәржәт Иҙрисова, Килдеғолдан Баязит Билалов, Яуымбай мәктәбенән Зөлхизә Усманова, Байғаҙы мәктәбенән Гөлиә Кәбирова, 8-се кластарҙан Мораҙымдан Зилиә Моратшина, Иҫке Собханғол мәктәбенән Гөлназ Бирганова, Иҫке Монасип мәктәбенән Регина Йәғәфәрова, Ғәҙелгәрәйҙән Уралиә Фәйзуллина, Тимер мәктәбенән Таңһылыу Үлмәҫбаева, Исламбайҙан Юлиә Халиҡовалар сығыш яһаны. Һәр конкурсант үҙ һәләтен күрһәтте: шәжәрәһенә байҡау яһаны, бейене, йырлы-моңло итеп, һүҙен әйтте, хатта Яуымбайҙан Илсур Хәйбуллин туған телде һаҡларға, яҡларға тигән мәсьәлә килеп сыға икән, был ҙур мәсьәлә алдында баҙап ҡалырға кәрәкмәй, ә тик үҙ телеңдә ауыҙ тултырып һөйләшергә генә кәрәк, тип оран һалды. Аҫҡар мәктәбенән Түңгәүер ырыуы егете Данил Ғәлиуллин “Башҡорт улы мин- үҙем! Халҡым рухы менән йәшәйем!” тип, телебеҙ тәңгәлендә замандаштарын уяу булырға өндәне, Әбделмәмбәт мәктәбенең Килдеғол филиалынан Баязит Билалов “Үҙ телен белһен башҡорт Башҡорт илендә!” тигән теләген еткерҙе. Мәһәҙейҙән Эльвина Асылбаева һәр кемде үҙ ғаиләһендә үҙ телендә аралашырға саҡырҙы. Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы Гөлназ Бирганова үҙе менән таныштырыуҙа, “Урал батыр” эпосына мөрәжәғәт итеп, Урал батыр, Мәсем хандың ҡотон һаҡлау тураһында әйтеп үтте.Исламбайҙан Юлиә Халиҡова ил- йортобоҙҙа һәр даим дуҫлыҡ, туғанлыҡ,татыулыҡ булыуын теләне, китаптар менән дуҫ булырға саҡырҙы.

“Йәнле башҡорт классикаһы” исеме аҫтындағы II турҙа шиғыр, әҫәрҙәрҙән өҙөктәрҙе яттан тасуири һөйләүселәр сығыштары тыңланды. Илсур Хәйбуллин Рәми Ғариповтың “Бәйге” шиғырын, Гөлмира Вәлиева, Регина Йәғәфәрова Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын, Азамат Ҡарағолов Баязит Бикбайҙың “Туған тел” шиғырын,Айгөл Йәғәфәрова Рауил Бикбаевтың “Урал йөрәге” шиғырын,Ҡәҙриә Ишкинина Рәмилә Иҫәнғолованың “Үҙ телебеҙ барҙа беҙ –кеше” шиғырын, Данил Ғәлиуллин “Яҡшы ат” әкиәтенән өҙөк, Йүлиә Бикбаева Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның “Тирмә” поэмаһынан өҙөк, Элиза Йортбағишева Талха Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһенән өҙөк, Зөбәржәт Иҙрисова Ғамил Авзалдың “Әсә теле “ шиғырын, Баязит Билалов , Йүлиә Халиҡовалар Рауил Бикбаевтың “Халҡыма хат” поэмаһынан өҙөк, Зилиә Моратшина Рауил Ниғмәтуллиндың “Булһын өсөн башҡорт теле” шиғырын, Гөлназ Бирганова Зәйнәб Биишеваның “Гөлъямал” поэмаһынан өҙөк, Эльвина Асылбаева Мостай Кәримдең “Билдәһеҙ һалдат” шиғырын, Уралиә Фәйзуллина Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөк,Таңһылыу Үлмәҫбаева Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма,әсәй!” әҫәренән өҙөктө яттан тасуири һөйләп, тамашасыларҙы әсир иттеләр.Зөлхизә Усманова, Гөлиә Кәбировалар Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын ятлағанда залда ултырыусылар ҙа был шиғырҙы бергә ятлап ултырыуы бик тә ҡыуаныслы.Тимәк, был шиғыр һәр кемдең күңел түрендә. Бына шулай уҡыусылар сәхнәгә сығып, әҫәрҙәрҙән өҙөктәр, шиғыр юлдары аша тыуған яғына һөйөүен белдерҙе, йырҙар аша милләт-ара татыулыҡты данланы, үҙҙәренең телмәр байлыҡтарын һынап ҡараны.

Иҫәпләү комиссияһы һөҙөмтәләре буйынса, ярымфиналға 19 конкурсанттың 10-һы – Баязит Билалов, Данил Ғәлиуллин, Гөлназ Бирганова, Азамат Ҡарағолов, Юлиә Халиҡова, Гөлмира Вәлиева, Юлиә Бикбаева, Ҡәҙриә Ишкинина, Зилиә Моратшина, Илсур Хәйбуллиндар тороп ҡалды. Конкурсты йөрәктәргә үтеп инерлек аһәңле тауыш менән алып барыусылар – Әбделмәмбәт һәм Байназар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Шәфҡәт Ғәликәев менән Фирүзә Кинйәбулатовалар конкурсанттарҙы ижади эш менән таныштырып, биш минут эсендә һәр кем үҙ фантазияһын эшкә егеп, үҙ аллы “Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкме? Кем ул рухлы башҡорт?” тигән һорауға яуап әҙерләп, сәхнә түрендә яуап тоторға тейешлектәрен белдерҙеләр.

Ниһайәт, был кинәйәле һорауға ла яуаптар тыңланды. Һәр береһе үҙ фекерен әйтеп үтте. Илсур Хәйбуллин саф башҡортса йәшәргә, һөйләшергә, телде белеүҙән һис тә оялырға ярамай, рухлы булыу өсөн китап, гәзит-журнал уҡырға кәрәк, тигән фекер еткерһә, башҡа конкурсанттар ҙа үҙ фекерҙәрен шатырлатып әйтте. Уларҙың фекерҙәрендә тырыш булырға, ил-йортоңдо, телеңде,моңоңдо, халҡыңды, милләтеңде, ерең,һыуыңды яратырға кәрәк, тигән фекерҙәрҙе яңғыратты.

Матур сара сәнғәт йондоҙҙары концерты менән үрелеп барҙы.Әтектән Гөлсибәр Байморатованың “Ҡурай” исемле йыры, Байназарҙан Фирүзә Салауатованың “Ҡыҙҙар байығы” бейеүе, Искәндәр Ҡарағоловтың “Ҡара юрға” йыры, Иҫке Собханғолдан Розалина Әминеваның “Әйһәйлүк”, “Осҡон” өлгөлө бейеү ансамбле ҡыҙҙарының бейеүе,Гөлшат Сәлихованың “Тыуған ер” йыры, район балалар үҙәге тәрбиәләнеүселәренең сығыштары көслө алҡыштарға күмелде.

Финалға иң сос, рухлы биш ҡатнашыусы сыҡты. Бына улар: Баязит Билалов, Гөлназ Бирганова, Данил Ғәлиуллин,Юлиә Халиҡова, Илсур Хәйбуллин. Финал өлөшө викторина менән конкурсанттарҙың зирәклектәрен, белемдәрен, китап, гәзит-журнал менән дуҫлыҡ кимәлдәрен дә асыҡланы. Унда арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ,фольклорсы ғалимдарыбыҙ,яҡташ шағир-яҙыусыларыбыҙ, районыбыҙҙа сыҡҡан китаптар, уларҙың авторҙары, башҡорт халыҡ ижады, башҡорт теле һәм әҙәбиәте үрнәктәренән алынған һорауҙар булды..Ҡайһы бер һорауҙарға тамашасылар ҙа яуап бирҙеләр. Әлбиттә, финал өлөшө конкурсанттарҙың интеллектуаль кимәлен асыҡлауға ҡоролғайны. Бында уҡыусыларға , ата- әсәләргә уйланырға урын бар икәнлеге асыҡланды. Балаларыбыҙға киләсәктә күберәк әҙәби китап уҡырға, республикала, районда сыҡҡан гәзит-журналдар менән дуҫлыҡты нығытып, мәғлүмәттәрҙән артта ҡалмаҫҡа, рухи яҡтан бермә-бер үҫешергә кәрәклекте онотмаҫҡа әйтелде.

Бәйгеләрҙә бәйге сәме, бар ҡатнашыусыларҙа ла көс-ҡеүәт, еңелергә иҫәп булмаһа ла, һәр ярыштың еңеүсеһе була. Районыбыҙҙа район мәғариф бүлеге тарафынан өсөнсө тапҡыр үткәрелгән рухлы ярыштан һуң, Бөрйән районы мәғариф бүлеге методик кабинет мөдире Илүзә Зиннур ҡыҙы Ырыҫбаева етәкселегендәге баһалама ағзалары шәп конкурсанттарҙы үткер күҙлектән, иләктән үткәргәндән һуң, һөҙөмтәләр билдәле булды. Рухлы бәйгелә Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Гөлназ Биргәнова Гран-при яуланы (Уҡытыусыһы Нурутҡолова Лилиә Салауат ҡыҙы). Ә Яуымбай мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Илсур Хәйбуллин , Килдеғолдан 7-се класс уҡыусыһы Баязит Билалов, Аҫҡарҙан 6-сы кластан Данил Ғәлиуллин, Исламбайҙан 8-се класс уҡыусыһы Юлиә Халиҡовалар призерҙар булып танылдылар. Баһалама рәйесе, район методик кабинет мөдире Илүзә Зиннур ҡыҙы Ырыҫбаева барлыҡ конкурсанттарҙы сәхнә түренә саҡырып: -“Йәш быуыныбыҙ күңелендә телгә, илгә һөйөү йәшәүен, илебеҙ киләсәге өмөтлө һәм яҡты буласағын конкурс тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Конкурсанттарҙың барыһына ла ижади ҡомар, уҡыуҙарында уңыштар, күңелдәрендә йөрөгән еңеү осҡононоң ялҡын булып дөрләп яныуын теләйбеҙ”- тигән матур теләген белдерҙе һәм беренсе , икенсе һәм ярымфиналда ҡатнашыусы балаларға иҫтәлекле бүләктәр, финалға сығыусыларға район мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙҙарын, бүләктәрен тапшырҙы.

Уҡыусыларыбыҙҙың күңелендә яҡты киләсәккә өмөт һәм ышаныс, туған илгә, телгә һөйөү уятыу – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төп бурысы. Форсаттан файҙаланып, район конкурсы еңеүсеһен әҙерләүсе, рухлы башҡорт итеп үҫтереүҙә ҙур өлөш индереүсе Гөлназ Бирганованың уҡытыусыһы Лилиә Салауат ҡыҙы Норотҡоловаға ла иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Матур конкурстан һәр кем илһамланып, киләсәк көндәргә дәрт алып, ойоштороусы район мәғариф бүлеге етәксеһе Ришат Булат улы Шәриповҡа, РМК етәксеһе Илүзә Зиннур ҡыҙы Ырыҫбаеваға, методисыбыҙ Гөлназ Дамир ҡыҙы Мөхәмәтйәроваға һәм башҡа мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, Иҫке Собханғол мәктәбе директоры Әхәт Әбдрәхим улы Әбдрәхимовҡа һәм уның коллективына рәхмәт әйтеп,ҡыуанып таралышты.

Яҙмамды йомғаҡлап, шуны әйткем килә: был сара йәш быуын күңелендә рухи ҡиммәттәргә эйә булырға, йәмғиәтебеҙ кисергән ҡатмарлы осорҙа юғалып ҡалмаҫҡа, ныҡ булырға ,дөрөҫ йүнәлеш алырға, көслө ихтыярлы, илһөйәр, телһөйәр, эшлекле булырға ориентир булып торһон. Ата-олатайҙарыбыҙ быуаттар төпкөлөнән мираҫ итеп ҡалдырған телебеҙҙе юғалтмайынса, ғаиләләрҙә һәр башҡорт балаһының башҡортса һөйләшеп, һәр атай-әсәйҙең, олатай-өләсәйҙең дә телгә ҡарата иғтибарлы булып, ерҙә йәшәгәндән киткәнгә тиклемге йыйған байлығын – туған телде улына,ҡыҙына мираҫ итеп ҡалдырһын ине, киләсәктә ошондай саралар республикамдың һәр районында, ҡалаһында киң масштабта старт алһын ине, тигән теләктәмен.

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр!!!


Сәйҙә Сәйәхова,


Бөрйән районының Байназар мәктәбенең Мәһәҙей филиалының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.




34 просмотра0 комментариев

Недавние посты

Смотреть все
bottom of page